0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 19:20

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 702 миллион һумдан ашҡан

Ҡайһы бер ойошмалар йыл аҙағына тиклем бурыстарҙы ҡапларға һүҙ биргән

Был турала Дәүләт Хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә һылтанып, Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Республикалағы 100-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма 11 мең белгескә хеҙмәт хаҡы түләмәгән.
Бурыслылар араһында республика ҡала төҙөлөшө үҙәге, Дәүләкән һөт компанияһы, Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы һәм “Өйҙөрәк” Шишмә аграр фирмаһы бар.
Ҡайһы бер ойошмалар йыл аҙағына тиклем бурыстарҙы ҡапларға һүҙ биргән.
Читайте нас: