-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 12:05

"Экстрасенстар"ға 1 млн һум аҡсаһын биргән

Иренә ярҙам итергә теләгән

Октябрьский ҡалаһынан 69 йәшлек пенсионер ҡатын бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын “экстрасенстар”ға күсергән.
Фалиж һуҡҡан иренә ярҙам итергә теләп, ҡатын телевизорҙан күреп ҡалған телефон номерына шылтырата.
Теге остан яғымлы ғына тауышлы ир, ҡатындың проблемаһын тыңлағандан һуң, “экстрасенс”-ҡыҙ менән тоташтыра. Уныһы билдәле суммаға төрлө ырымдар үткәрергә тәҡдим итә. Шулай улар аҙна буйы телефондан һөйләшә, аҙағынан иһә ҡатын ирен дауалау өсөн аҡсаны экстрасенс күрһәткән иҫәпкә күсерә.
Тәүгеһендә пенсионер 19 мең һум күсерә. Телефондан һәр консультация һайын сумма арта бара. Ҡатын бындай дауалауҙың файҙаһы юҡ икәнен аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Әле иһә республиканың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙы эҙләй.
Фото:В контакте.
Авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: