Ул “Төҙөүсе” стадионы янында урынлашҡан. Үҙәктә һырғалаҡ, хореография, тренажер залдары бар. Республика Спорт һәм Йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарын уҙғарырға була.
“Шорт-трек үҙәгендә ҙур турнирҙар ойоштора алабыҙ. Радий Хәбиров халыҡты физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы. Был үҙәк спортты популяр итеүгә өлөш индерер тип ышанабыҙ”, - тине объектты асыу тантанаһында беренсе вице-премьер Андрей Назаров. Шорт-трек үҙәге Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы төҙөлгән объекттарҙың береһе.