-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
19 Декабря 2019, 18:15

Иртәгә, 20 декабрҙә Өфөлә яңы йыл шыршыһы ойошторола.

«Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы!»

20 декабрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, республика яңы йыл шыршыһы ойошторола.
Төп яңы йыл иртәлегенә, ғәҙәттәгесә, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрҙенең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ инвалидтар саҡырылған. Бөтәһе 8-15 йәшлек 780 бала.
Бөгөн,19 декабрҙә, республиканың 30 район-ҡалаһынан 300-ләгән уҡыусы килә. Уларҙы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлаштыралар.
Иртәгә байрамда балаларҙы «Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы!» тип аталған яңы йыл тамашаһы көтә. Һәр йәш тамашасыға яңы йыл бүләге йыйылмаһы тапшырыла. Унда рюкзак, йомшаҡ уйынсыҡ, татлы бүләк һәм «Әкиәт яланында» китаптары бар, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан.
Республиканың алыҫ райондарынан килгән балаларҙы оҙатыу 21 декабрҙә ойошторола. Балаларҙы ташыу өсөн биш «Башавтотранс» автобусы йәлеп ителә.
Читайте нас в