Балаларға – уңайлы шарттар. Заманса учреждение малай-ҡыҙҙарҙың һәләтен үҫтерер һәм уларға хәүефһеҙ шарттар ойоштороу өсөн бөтә ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырылған 100 йыллыҡҡа - 100 объект программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
Таҙлар ауылында йәшәүсе кескәйҙәр күтәренке кәйеф менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Балалар баҡсаһын асыу тантанаһында улар иркен музыкаль залда йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаясаҡ. Әлегә тиклем бындай мөмкинлек булмаған, малай-ҡыҙҙар ҙур булмаған иҫке балалар баҡсаһына йөрөгән.
Ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн түңәрәктәр, спорт майҙаны, иркен йоҡо бүлмәләре һәм киң ашхана. Әйткәндәй, өҫтәлдәрҙәге ризыҡтар ҙа учреждениеның үҙендә әҙерләнәсәк, һатыу ярымфабрикаттарынан баш тартырға тип килешелгән. Яңы балалар баҡсаһы видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән йыһаландырылған. Малай-ҡыҙҙар өсөн файҙалы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу маҡсаты ҡуйыла.
Таҙлар ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә республика бюджетынан 70 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Күләмле объект Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихи юбилейы айҡанлы төҙөлгән.
Бөгөнгө көндә Таҙлар ауылында 1258 кеше йәшәй. Ишле бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә йылдан-йыл арта. Шуға ла балалар учреждениеһы төҙөлөшөн ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Быйыл ғына Башҡортостанда 21 яңы мәктәпкәсә учреждение ишектәре асылды, киләһе йыл был күрһәткес өс тиҫтәнән ашыу булыр тип көтөлә.