+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 17:40

Ике йөҙҙән ашыу ғаиләгә газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла

Ғариза менән күп функциялы үҙәк бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡортостанда быйыл ике йөҙҙән ашыу ғаиләгә шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.
Тәүге 284 ғаилә ошо сертификаттарҙы быйыл уҡ, ғариза биргән урынға ҡарап, Республика халыҡҡа социаль ярҙам филиалдарында һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә алырға мөмкин.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында сертификатты түләү өсөн ғариза менән күп функциялы үҙәк бүлексәләренә йәки Идаралыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда йәшәүселәргә йортҡа газ үткәреү өсөн 60 йәки 100 мең һумлыҡ сертификаттар алыу тәртибе хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: