Ул "Мәғариф" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, - тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығы. Үҙәк эшмәкәрлеген мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү маҡсатында "Интернет" мәғлүмәти-телекоммуникация селтәрендә һанлы платформа булдырыла. Унда алдан һөнәри әҙерлек алып барыу өсөн барлыҡ ресурстарҙың мәғлүмәт базаһы урынлаштырыла.