Бәләбәй районында үлемесле авария булған.
Юл полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Лада Гранта” машинаһы рулендәге 30 йәшлек егет идара итеү һәләтен юғалтҡан. Автомобиль юл ситенә сығып осҡан. Водитель йәрәхәтләнгән. Ул ваҡиға урынында йән биргән.
Уҙған тәүлектә республикала 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 10 кеше имгәнгән. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 19 иҫерек шофер ҡулға алынды, тип белдерҙе инспекторҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Иғтибар, балалар!” профилактик операцияһы бара. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә диҡҡәтле йөрөргә саҡыралар.