Түбәндәге һорауҙарҙы биреп, кешенең хәтерен ҡалдыра күрмәгеҙ!
Ҡатын-ҡыҙҙан нисә йәштә булыуын һорау – ахмаҡлыҡ билдәһе, ысынбарлыҡта был һорауҙы ирҙәргә лә бирергә ярамай икән. Кеше тураһында белеү теләгең ҙур булһа, социаль селтәрҙәрҙән эҙлә. Күп ваҡыт унда үҙҙәренең йәштәрен күрһәтәләр. «Беҙ һеҙҙең менән йәштәштәр кеүек, ахыры» кеүек хәбәр әйтеү ҙә дөрөҫ түгел.
Йәшегеҙҙе һорайҙар икән, 98 тип әйтегеҙ. Шаяртып, һүҙҙе ситкә ебәрергә була.
Дин тураһында әңгәмәләшегеҙ үҙе һүҙ ҡуҙғатһа ғына башлай алаһығыҙ. Әммә был ошондай һорау бирергә ярай тигән һүҙ түгел.
Дауаханала танышығыҙҙы осратҡас, был һорауҙы бирә күрмәгеҙ. Йәнәшәгеҙҙәге кешенең хәле бөтһә генә бирергә була ул һорауҙы. Унда ла үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ тип кенә һорағыҙ.
Был һинең үҙ сәсеңме? Иренеңде ҡабарттыңмы әллә? Ҡуйған керпектәрме?
Артыҡ ҡыҙыҡһыныу, төпсөнөү ҙә килешмәй. Яҡын иптәш ҡыҙығыҙға иһә бирә алаһығыҙ, әммә сит кешеләр барҙа түгел.Ҡасан кейәүгә сығаһың?
Ир-аттарға ла ҡасан өйләнәһең тигән һорау биреү әҙәпһеҙлек һанала.
Әгәр ҙә күҙгә ташланып торһа, һине ҡотларға була икән тип әйтергә була. Икеләнәһегеҙ икән, өндәшмәүегеҙ хәйерле. Ҡатын-ҡыҙҙың эсе торт ашағас та ҡабарып сығырға мөмкин.
Һайлауҙа кем өсөн тауыш бирҙең?
Был һорауҙан етди конфликт сығырға мөмкин.
Таҙарып (ябығып) киткәнһең, ахыры?
Бындай һорауҙы бик яҡын кеше генә бирә ала.
Сит кешенең аҡса янсығына инергә кәрәкмәй. Һеҙҙең үҙегеҙгә шундай һорау бирһәләр, миңә етә, тип теүәл сумма әйтеүҙән ҡасығыҙ.