-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
20 Декабря 2019, 12:35

Ябығыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар

Нисек дөрөҫ ябығырға?

Ошо ҡағиҙәләрҙе тотҡанда, ябығыу процесы ла еңелерәк барыр.
* Тәүлегенә 2 л һыу эсергә.
*Иртән йоҡонан торғас, лимон һәм бал ҡушып, бер стакан һыу эсергә. 20 минуттан һуң ғына иртәнге аш ашарға.
*Алкоголдән әҙ генә ҡыҙыл шарап ҡына мөмкин.
* Ашарҙан ярты сәғәт алда һыу эсергә. Ашағанда һыу ҙа, сәй ҙә эсергә ярамай. 40 минуттан һуң ғына мөмкин.
* Көнөнә әҙ-әҙләп 4 – 5 тапҡыр ашарға.
*Һуңғы тапҡыр йоҡларҙан 3 сәғәт алда ашарға. Һуңынан тик һыу, йәшел сәй йә шыйыҡ кефир ғына эсергә ярай.
*Сәйҙе шәкәрһеҙ эсергә, бал ҡушырға була. Ҡәһүәне лә һөтһөҙ, шәкәрһеҙ эсергә.
*Картуфты аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға. Уныһын да һыуҙа йә мейестә бешереп кенә.
* Виноград менән бананды ла аҙнаһына ике тапҡыр ғына мөмкин.
*Аҙнаһына бер тапҡыр ашауҙан тыйылып тороу яҡшы һөҙөмтә бирә.
*Спорт тураһында оноторға ярамай. Иртәнсәк һәм кискеһен еңелсә зарядка, мөмкинлек бар икән, спорт залына барып шөғөлләнергә.
*Спорт менән шөғөлләнеү өсөн иң ҡулай ваҡыт – көндөҙгө сәғәт 5-тән киске сәғәт 8-гә тиклем.
*Бер ҡасан да иртәнге ашты ҡалдырырға ярамай!
*Төшкө ашҡа һурпа, салат, бешкән майһыҙ ит, йәшелсә-емеш яҡшы.
*Киске ашҡа тиклем йогурт, салат, кефир, бешкән майһыҙ ит, йәшелсә ашап алырға була.
*Киске ашҡа еңел салат, эремсек, йогурт йә быҡтырылған йәшелсә.
*Емеште көндөң тәүге яртыһында ашарға кәңәш ителә.
*Шулай уҡ ҡыҙҙырылған аҙыҡтар хаҡында оноторға тура килер.
*Салаттағы майонезды ҡаймаҡ һәм тәбиғи йогурт, йә булмаһа үҫемлек майы менән алмаштырырға. Ғөмүмән, майонезды сүплек һауытына ырғытырға кәңәш ителә.
*Полуфабрикаттар хаҡында оноторға. Фастфуд, көнбағыш, тоҙло сәтләүектәр ябығыусылар өсөн түгел. Шәкәрле һыу ҙа ярамай. Тәмле-татлынан иртәнсәк бер киҫәк әсе шоколад мөмкин. Шулай уҡ майлы һәм ҡамыр аштарынан баш тартырға.
*Әҙ-әҙләп кенә ашарға. Бер ашағанда 200 грамдан артыҡ ашарға ярамай.
*Тәүге ете көндә бик ауыр булыр, һуңынан ашҡаҙан бәләкәсәйә һәм әҙ ашарға өйрәнелә.
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в