Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә. Ҡар урынына 20 градуслыҡ һыуыҡтар килә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, айырым райондарҙа буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -15 градустан түбән төшә, аяҙытҡанда -22-гә тиклем.
Ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә – 22 декабрҙә – урыны менән термометр бағанаһы -29 градусҡаса төшә. Көндөҙ -17,-22 градус.
Республиканың баш ҡалаһында ла һыуыҡ була, ләкин шәмбе сағыу ҡояш көтөлә. Икенсе көндө ул болоттар араһынан ғына күренәсәк.