+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:20

Ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыусыларға ҙур күләмдәге штраф янай

Яңы йыл яҡынлаша.

Яңы йыл яҡынлаша. Республика район-ҡалалары йылдың мөғжизәле байрамын ҡаршы алырға әҙерләнә. Халыҡҡа байрам кәйефе өҫтәү өсөн боҙ ҡаласыҡтар төҙөлә, шыршылар ҡуйыла. Ылыҫлы ағастар питомниктарҙан, урман хужалыҡтарынан сығарыла. Благовар районы питомнигы мәҫәлән, бөгөнгә тиклем 500-ләп шыршы-ҡарағайҙар оҙатҡан.
Благовар районы урман зонаһына инмәһә лә, төбәктең үҙ питомнигы бар. Йыл да Яңы йыл байрамдары алдынан тиҫтәләрсә шыршы, ҡарағайҙар сығарыла. Благоварҙарҙан тыш, яҡын аралағы төбәктәрҙе лә ылыҫлы ағастар менән тәьмин итә. Бөгөн генә баш ҡалаға ике рейс эшләнгән.
Ҡырҡылған ағастар урынына, әлбиттә, яңылары ла ултыртыла. Был Благовар питомнигында йыл һайын башҡарылған эш. Быйыл яҡынса 70-80 меңләп үҫенте сығарылған. Ныҡлап тамырланғандан һуң, республиканың төрлө төбәктәренә оҙатыла. Әле ҡар аҫтында ҡалған ылыҫлылар киләһе йылдың яҙында урман фондына күсереп ултыртылыр тип көтөлә.
Һәр ҡырҡылған ағас өсөн питомник, йә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, уны тейәгән рулдәгеләр ҙә яуаплы. Ул рөхсәт ҡағыҙында теркәлергә тейеш. Законһыҙ ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыу ҡәтғи тыйыла. Юғиһә, ҙур күләмдәге штраф янай. Ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн урман һаҡсылары декабрҙә көн дә дежурлыҡ, рейдтар ойоштора. Аҙна башынан республика район-ҡалаларында шыршы һатыу майҙансыҡтары эш башланы. Хаҡтары төрлөсә. Ҡариҙел районынан килтерелгән аҡ шыршы оҙонлоғона ҡарап 800 һумдан билдәләнгән.
Читайте нас: