+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2019, 00:50

Бөгөн баш ҡалала Республиканың төп шыршы байрамы үтте

Сағыу тамашаға 780 уҡыусы саҡырылғайны

Сағыу тамашаға 780 уҡыусы саҡырылғайны. Улар араһында уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса конкурс-олимпиада еңеүселәре, йәш спортсылар күп булды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙғарылған байрам хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы сәләмләп, мөғжизә иленә сәйәхәткә әйҙәне. Байрам тамашаһында уларҙың төп ярҙамсылары – клоундар. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән йөрөү булһынмы, төрлө конкурс-ярыштар уҙғарыумы - малай-ҡыҙҙарҙың күңелен асырға тейештәр. Фойе Республиканың төп шыршы байрамында ҡатнашыусыларҙың шат тауышынан яңғырап торҙо.
Тырыш, ныҡышмал, маҡсаттарына ирешеүсән уҡыусылар - республиканың ышаныслы киләсәге. Баймаҡ районынан Рәмилә Ишмәтова бишенсе синыфта ғына белем алыуына ҡарамаҫтан, бөгөндән үк төбәктең мәҙәни тормошо менән ҡайнап йәшәй. Мандолина, думбыра, ҡубыҙҙа оҫта уйнай. Шиғырҙар яҙа.
Республиканың төп шыршы байрамына уҡыу алдынғыларынан тыш, хәрби хеҙмәтен үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары килгәйне. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Инвалид коляскаһы - хөкөм ҡарары түгел. Кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа яңы дауалау алымдары ҡулланыла.
Яңы йыл барлыҡ балалар өсөн дә тылсымлы үтергә тейеш тип иҫәпләйем. Бөгөн республика медицина учреждениеларына абилитация индерелә. Етлекмәй тыуған сабыйҙарға, сәләмәтлегендә проблемалары булған малай-ҡыҙҙарға реабилитация саралары ойошторола. Шулай уҡ төрлө хәйриә проекттарын тормошҡа ашырырабыҙ, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Аксаков шыршыһы», «Бәләкәй принцессалар балы», «Рыцарҙар турниры» ойошторола.
Сценарийға ярашлы, төп герой сысҡан бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, маҡсатына бара. Фокустар күрһәтеп, билдәлелек яулай.
Артистарҙың сығышын йәш тамашасылар йылы ҡабул итте. Әйткәндәй, сәхнәнән уҡыусыларға республика башлығы Радий Хәбиров исеменән дә ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
Республика кимәлендә ойошторолған байрам 800-гә яҡын баланы берләштерһә, илдең баш ҡалаһына барыу бәхете 114 уҡыусыға эләккән. Быйыл Кремль шыршыһында ҡатнашыусы балалар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урында. Һәләтле яҡташтарыбыҙ 24 декабрҙә юлға сыға.
Читайте нас: