+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 03:00

15 йыл элек әрменән ҡасҡан егеткә суд булды

Уға ете йыл хөкөм ителеү янай

Хәҙер инде ир ҡорона еткән егет ғәйебен таныу ғаризаһын яҙған.
Республиканың Гарнизон суды бөгөн ғәҙәти булмаған эште ҡараны.
Баймаҡ районында тыуып үҫкән Радик Рахманғоловҡа 35 йәш - ул 15 йыл ғүмерен ҡасып үткәргән. 2004 йылда Санкт-Петербург янында әрме хеҙмәте мәлендә хәрби частан ҡасҡас, шул мәлдән Питерҙа йәшәгән. Егет унда-бында осраҡлы эш табып, көн күргән. Ата-әсәһе йәл: улар 15 йыл дауамында ут йотоп, бер нимә лә белмәй йәшәгән, хатта "Жди меня" тапшырыуына мөрәжәғәт иткәндәр.
Быйыл ғына Радиктың выждан ғазабы уянған һәм ул полицияға килеп, баш эйгән. Уға ете йыл хөкөм ителеү янай.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Айбулат ИШНАЗАРОВ
Читайте нас: