+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 02:20

Башҡортостандың төп телеканалынан бүләк

Бушлай телевизион приставка уйнатыла

Киләһе аҙнала тамашасылар араһында бушлай телевизион приставка һәм спутник ҡоролма комплекты уйнатыла. Бәйгенең шарты ябай. 23 декабрҙән 25-нә тиклем Башҡортостан юлдаш каналы эфирында биш һүҙ яңғыраясаҡ.
Тапшырыуҙарҙы иғтибар менән ҡарап барыусылар уларҙан һөйләм төҙөргә тейеш. Бының өсөн беҙҙең каналдың «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары» рәсми төркөмө ярҙамға килә ала. Тап унда эфирҙа иғлан ителәсәк һүҙҙәрҙең теүәл ваҡыты яҙылып бара.
Гөлдәр Йәрмөхәмәтова, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының маркетинг һәм яңы медиа хеҙмәте смм белгесе: “Килеп сыҡҡан һөйләмде 27 декабрҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр менән ебәрергә кәрәк. Әгәр ҙә дөрөҫ яуап килһә, ул саҡта һеҙгә номер бирелә. Уның менән приздарҙы уйнатыуҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Бүләкте 3 ғинуарҙа киске сәғәт 6-ла «Ҡунаҡһарай»ҙа үтәсәк TERRAZIMA фестивалендә алырға мөмкин”.
Читайте нас: