+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 02:30

Республика юлдарында 18 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Уларҙа 25 кеше зыян күргән, 37 водитель эсеп тотолған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән.
Дүртөйлө – Нефтекама юлының 26-сы километрында 45 йәшлек Ишембай водителе идара иткән MAN йөк автомобиле «Лада Гранта» менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә еңел автомобиль кюветҡа оса, ике пассажир фажиғә урынында һәләк була. 62 йәшлек водитель ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. Инспекторҙар һауа шарттары үҙгәреү сәбәпле, юлдарҙа һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Читайте нас: