-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 03:10

Тиҙлекте арттырған өсөн штраф

Штраф күләме арта

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты бурыстарына ярашлы комплекслы эш дауам итә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығынан юлда тиҙлекте сәғәтенә 20-нән 40 километрға арттырған өсөн штраф күләмен арттырырға тәҡдим итәләр. Әле был йәһәттән ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф 500 һум тәшкил итә. Алдағы көндәрҙә уны алты тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр.
Әгәрҙә водитель ошо уҡ юл аралығында тиҙлекте тағы арттырһа, уның штрафы биш мең һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡтиҙлекте 40 километрҙан 60-ҡаарттырған өсөн штраф күләмен дүрт тапҡырға күтәрергә тәҡдим ителә. Бөгөнул 1-1,5мең һум тәшкил итә.
Ҡабат хоҡуҡ боҙған водителгә һигеҙ мең һум штраф һалынасаҡ, йә ул 4 6 айға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Бынан тыш, Эске эштәр министрлығы тиҙлекте сәғәтенә 60 километрҙан арттырған өсөн штрафтар дифференциацияһын алып ташларға тәҡдим итә. Алдағы көндәрҙә берҙәм яза 5 мең һум штраф буласаҡ, йәки 4-6 айға водитель хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡарала. Ҡағиҙәләрҙе ҡабаттан боҙған өсөн 10 мең һум штраф, шулай уҡ бер йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән янала.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында юл фажиғәләрен кәметеү, халыҡты һәләкәттән һаҡлау маҡсаты ҡуйыла. Әле әйтелгән башланғыс – ошо бурыстың бер өлөшө.
Читайте нас: