-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
23 Декабря 2019, 00:55

"Бомбочка" һәм башҡа пиротехника

Ата-әсәләр иғтибарына!

Ата-әсәләр иғтибарына!

Зинһар, балаларығыҙҙы иҫкәртегеҙ: пиротехника менән шашмаһындар.
Был, тәү сиратта, балаларҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу була.
Бөгөн ВК-ла ошо яҙмаға юлыҡтыҡ: "Киске сәғәт алтыла йүгерергә сыҡтым. Бер ваҡыт Тыныслыҡ урамы яғынан нимәлер осоп килде... Ҡараһам, яҡында ғына 5, 6 синыфта уҡыған малай әсәһе менән тора һәм нимәлер көтәләр. Һәм шул уҡ мәлдә аяғымдан 20 см алыҫлыҡта ғына "бомбочка" шартламаһынмы! Мин йүгереүемде туҡтатырға теләмәнем, шуға ла уларға ҡаршы барманым, әммә йөҙҙәрен иҫемдә ҡалдырҙым. Ни эшләйһегеҙ һеҙ, ата-әсәләр? Террорсылар үҫтерәһегеҙме? Китап уҡырға, өйгә эш эшләр урынға... Тағы ла һеҙҙе осратһам, етәкләп полицияға алып барам. Йөрәгемдең нисек типкәнен һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Ундайҙарҙы мәктәптән ҡыуыр кәрәк, Ҡытайҙағы һымаҡ".
Ярай был йәш ҡыҙ булған, ә ир кеше булып, малайҙы - бәргеләп, әсәһен һелкетеп ташлаһасы? Йәки ҡыҙ йәрәхәттәр алһа? Пиротехника арҡаһында яраланғандар аҙмы ни?!
Баныу Ҡаһарманова
Фото: Интернеттан.
Читайте нас в