+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 00:50

Браконьер балыҡсылар тотолған

300 кг балыҡ тартып алынған

Ишембай районында Ағиҙел йылғаһында законһыҙ рәүештә балыҡ тотоусы бер төркөм браконьерҙарҙы тотҡандар.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәмәғәт иснпекторы Фәнүр Дәүләтбаев менән Башҡортостандың тирә-яҡ мөхитен һаҡлау үҙәге рәйесе Сергей Онищенко Октябрь ауылы янында браконьерҙарҙы тотҡан.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, операция барышында бөтәһе 300 кг балыҡ тартып алынған. Хоҡуҡ боҙоусылар полиция ҡулына тапшырылған.
Сергей Онищенко әйтеүенсә, ҡулға алынған браконьерҙар – барыһы ла Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Улар инспекторға эшләүҙәре хаҡында белдерә.
«Законһыҙ рәүештә балыҡ тотоусы бер төркөм балыҡсыларҙы тотоу — Ағиҙел йылғаһы машстабында бик бәләкәй генә бер өлөш. Әммә йәмәғәт инспекторҙарының эше республиканың һыу объектарына килтерелгән зыянды кәметергә ярҙам итә, тип ышаныслы әйтергә мөмкин ”, — ти Фәнүр Дәүләтбаев.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: