+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 17:20

Элекке данды ҡайтарырға

Дәүләкәндәр сыр эшләй башланы

Был аҙыҡ һәр ҡайһыбыҙға яҡшы таныш. Уны ҡиммәтле ризыҡ булараҡ табынға бирәләр, иртәнге менюға ла индерәләр. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә, төрлө сәйәси партиялар вәкилдәре, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлылар уны барыһы ла берҙәй ярата. Был аҙыҡ – сыр.
Дәүләкән сырҙары бер нисә тиҫтә йыл элек райондан, хатта республиканан ситтә лә танылған була. Ул ваҡыттарҙан һуң күп нимә үҙгәргән. Бөгөн эшҡыуарҙар Дәүләкән сырының абруйын ҡайтарыу өҫтөндә ентекле эшләй.
Рөстәм Мәмлиев үҙ эшен күптән түгел генә башлап ебәргән. Башта бина, унан кәрәкле ҡорамалдар һатып ала, белгестәрҙе йәлеп итә, сеймал ҡайтара.
Уның предпрятиеһы бөгөн туғыҙ төрҙәге сыр етештерә. Бында халоуми (бик тәмле һәм туҡлыҡлы, уны хатта ҡыҙҙырып та була), камамбер, качотта, брынза, ыҫланған һәм ябай рикотта, һөттән генә яһалған примосали етештерелә, шулай уҡ кәзә һөтөнән дә сыр яһайҙар. Уның өсөн сеймалды республиканың иң экологик таҙа төбәктәренең береһе булған Ғафури районынан килтерәләр.Сауҙа өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, үҙ эшеңде асырға кәрәк тигән уйға килдем, - тип һөйләй Рөстәм Мәмлиев. – Үҫешер өсөн грант биреп, ниәтемде районда ла, республика кимәлендә лә ҡеүәтләнеләр. Беҙҙең принцип – тулыһынса тәбиғи продукт етештереү, кире осраҡта был эш менән бөтөнләй булашмаҫҡа. Шуға юғары сифатлы тәбиғи сеймал ғына файҙаланабыҙ. Әйтергә кәрәк, сыр яһау- ул бик сетерекле эш. Таҙалыҡ, иғтибар, оҫта ҡулдар талап ителә бында. Һөткә лә талаптар юғары. Ул ҡуйылығы, аҡһым кимәле буйынса тулыһынса тап килергә, яңы ғына һауылған булырға тейеш. Бәләкәй генә етешһеҙлек тә сырҙың сифатында сағылыуы мөмкин.
Һөт Дәүләкәндәге шәхси эшҡыуар Владимир Рихтер хужалығынан килтерелә. Ул бөтә параметрҙар буйынса тикшерелә. Предприятиела һигеҙ кеше эшләй: сыр эшләү процесын күҙәтеүсе технологтар, биш сыр әҙерләүсе, водитель-экспедитор. Технолог Анна Политавкина (һүрәттә) – йәш булыуына ҡарамаҫтан тәжрибәле белгес. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының һөт сәнәғәте факультетын тамамлаған. Дәүләкән һөт заводында эшләгән, предприятие ябылғас ошонда эшкә килә һәм бына инде йылдан ашыу үҙ бурысын уңышлы башҡара.
Сменаһына яҡынса етмеш килограмм юғары сифатлы сыр етештерелә, ул сортына ҡарап ике аҙнаға яҡын өлгөрә, унан һуң сауҙа нөктәләренә ебәрелә. Алдағы планда - был күрһәткесте 150 – 200 килограмға еткереү бурысы тора. Республиканың төрлө магазиндары ингән һатыу сфераһы бар. Продукция осһоҙҙан булмаһа ла, һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙалана.
- Беҙ Рәсәйҙең Сыр гилдияһында торабыҙ, - тип һөйләй эшҡыуар. – Бөтә сырҙарыбыҙ кәрәкле сертификация үтте. Киләсәккә пландар күп: производствоны киңәйтеү, сифатты юғалтмайса үҙҡиммәтебеҙҙе төшөрөү. Дәүләкән ҡаты сортлы сыр етештереү йәһәтенән элекке данын ҡайтарырға тейеш.
Ҡалаға сыр етештереү әйләнеп ҡайтыр һәм Дәүләкән яңынан юғары етештереүсәнле, тәмле, юғары сифатлы продукцияһы менән абруй ҡаҙаныр тип өмөтләнеп ҡалабыҙ.
Галина Бурдилева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: