0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 12:20

Эштән киткән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тураһында

2020 йылда ул 5686,25 һум тәшкил итә

2016 йылдан эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы эштән киткәндән һуң индексациялана. «Известия» Рәсәйҙең Пенсия фонды башлығы Антон Дроздовҡа һылтанма менән уны нисек ҡабаттан иҫәпләүҙәре хаҡында хәбәр итте.
Дроздов әйтеүенсә, эштән киткәндән һуң хеҙмәткәрҙең йыйылған шәхси пенсия коэффициенттары уларҙың актуаль хаҡына ҡабатлана. 2020 йылда ул 93 һум була.
Һуңынан ошо суммаға билдәләнгән түләүҙең актуаль күләме өҫтәлә. 2020 йылда ул 5686,25 һум тәшкил итә.
Рәсәйҙең Пенсия фонды башлығы һүҙҙәренсә, әгәр пенсионер йәнә эшкә сығырға уйлаһа, башҡарылған индексация бөтөрөлмәй.
Читайте нас: