Әле илдә иң ҡурҡыныс кеше үлтереүсене эҙләйҙәр. Маньяк ике йылға яҡын ваҡыт эсендә Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә, атап әйткәндә, Татарстан, Башҡортостан, Удмуртия республикаларында, Пермь крайында, Түбәнге Новгород, Свердловск, Ульяновск, Һамар һәм Иваново өлкәләрендә 32 ҡатын-ҡыҙҙы үлтергән.
Бөгөн уны табырга ярҙам итеүселәргә өс миллион һум аҡса түләргә вәғәҙәләгәндәр. Ул иң күп кеше үлтереүселәрҙең береһе. Үкенесле, тик енәйәтсе һаман булһа иректә. Ҡәбәхәт ҡаланан ҡалаға күсенеп, үҙен социаль йәки коммуналь хеҙмәткәр итеп таныштырып, яҡлауһыҙ оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмерен ҡыя. Бына һигеҙ йылға яҡын инде хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең эҙенә төшә алмай.
Асыҡланыуынса, маньяк енәйәттәрҙе 2011-2012 йылдарҙа Волга буйында һәм Уралда ҡылған. Ул енәйәт ҡылыр алдынан тәүҙә барыһын да ентекләп уйлаған. Маньяк ҡорбан итеп биш ҡатлы "хрущевка"ларҙа йәшәгән 75-90 йәшлек ҡатындарҙы һайлаған. Уларҙың бәғзеләре менән урамда танышып, ауыр тоҡсайҙарын фатирына тиклем алып барырға ярҙамлашҡан. Фатирҙа енәйәтсе бирсәткә кейеп кенә эш иткән, аяҡ эҙен эт тапмаһын тип, иҙәндәргә кер порошогы һибеп сыҡҡан. Тик ҡайһы саҡ маньяк хаталанып та ала, бер тапҡыр өсөнсө ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән сығып ғәйеп була, икенсе юлы иһә урамдағы видеокүҙәтеү камераһына эләгә.
Яйлап ҡына ҡәбәхәт ирҙең фотоһүрәте йыйыла, әммә файҙаһы булмай сыға. Бына һигеҙ йыл буйына полиция хеҙмәткәрҙәре уның эҙенә лә төшә алмай, шәхесен дә асыҡлай алмай. Хоҡуҡ һаҡсылары уны 2012 йылдан бирле берәй урында йәшенеп яталыр тип фаразлай. Әле маньяк тотолмаған, шуға ла һаҡ булайыҡ, башҡа төбәктәрҙә лә үҙенең ҡара эшен дауам итеүе ихтимал.