+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 23:45

Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу сикләнә

Һатыуға бөтөнләй сығарылмай

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыуға бөтөнләй сығарылмай, 4-нән 6-һына тиклем көндөң тәүге яртыһында ғына һатыла. Ҡанун айырыуса йәштәрҙә эскелеккә кире ҡараш тыуҙырыу маҡсатында әҙерләнде, ти республика парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Халыҡ контролерҙары Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлек һатҡан урындарҙы тикшерергә ниәтләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ялған араҡы етештереүселәр тураһында ебәрелгән мәғлүмәт өсөн 50 мең һум түләнәсәге тураһында белдерҙе. Ә бындай тауар һатыусылар хаҡында хәбәр еткереүсегә 2 мең һум түләнә.
Читайте нас: