+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 13:30

20 километрҙан 10 километрға төшөрөү инициативаһы яҡланмаясаҡ

«Берҙәм Рәсәй» ошо тема буйынса киң йәмәғәтселек араһында дискуссия үткәрҙе

«Берҙәм Рәсәй» штраф һалыныу сиген сәғәтенә 20 километрҙан 10 километрға төшөрөү инициативаһын яҡламаясаҡ
Халыҡтың күпселеге был сараны артыҡ тип иҫәпләй һәм хупламай, тип билдәләй Партияның Генераль советы секретары
«Берҙәм Рәсәй» штраф һалыныу сиген сәғәтенә 20 километрҙан 10 километрға төшөрөү инициативаһын яҡламаясаҡ. Был турала Партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак хәбәр итте.
«Декабрь башында граждандарҙы ҡабул итеү барышында «Берҙәм Рәсәй» Партияһы Рәйесе Дмитрий Медведев был проблемаға аныҡ ҡарашын - штраф һалыныу сиген сәғәтенә 10 километрға тиклем төшөрөү юл ҡағиҙәләрен боҙоу теләге булмаған халыҡҡа күпләп штраф һалыу менән янауын, кешеләрҙең фекере менән ҡыҙыҡһынырға һәм уларҙы иҫәпкә алырға кәрәклеген белдерҙе.
«Берҙәм Рәсәй» ошо тема буйынса киң йәмәғәтселек араһында дискуссия үткәрҙе. Халыҡтың күпселеге был сараны артыҡ тип иҫәпләй һәм хупламай. Шуға күрә, «Берҙәм Рәсәй» был инициативаны яҡламаясаҡ», - тип белдерҙе Турчак.
Читайте нас: