+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 00:00

Һауа торошо - 24-26 декабрь

Бер аҙ ҡар яуа

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндөң боҙолоуын иҫкәртә.

24 декабрҙә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй (республиканың төньяғында ғына бер аҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал), урыны менән юлдарҙа боҙлауыҡ.
Ел көньяҡтан, тиҙлеге - 7-12 м/с, көсәйгәндә - 15 м/с.
Һауа температураһы төндә -6,-11°, аяҙ мәлдә -15,-20°, көндөҙ -3,-8°, көньяҡ райондарҙа -13°.
Юлдарҙың айырым участкаларын төндә һәм иртән томан ҡаплаясаҡ.

25 декабрҙә лә шулай уҡ көн аяҙлы-болотло буласаҡ, урыны менән епшек ҡар яуасаҡ, юлдарҙа әүәлгесә боҙлауыҡ.
Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге - 5-10 м/с.
Һауа температураһы төндә -7,-12°, аяҙ мәлдә -17,-22°, көндөҙ -4,-9°, ҡайһы бер райондарҙа -14°.
26 декабрҙә көн болотло булһа ла, яуым-төшөм көтөлмәй, тип вәғәҙә итә синоптиктар.
Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге - 3-8 м/с.
Һауа температураһы төндә -10,-15°, урыны менән -22°, көндөҙ -4,-9°, ҡайһы бер райондарҙа -14°.
Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: