Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенә ялыуҙар күбеһенсә сауҙа тармағына ҡағыла. Быйыл ялыуҙар күбәйгән, республикала 5 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Граждандарҙың 45 проценты сауҙа өлкәһендәге етешһеҙлектәргә ризаһыҙлыҡ белдерә.
Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, страховкалау, банктар эшмәкәрлеге менән килешмәүселәр бар. Ялыу яҙыусыларҙың 3 проценты медицина тармағында үҙгәртеп ҡороуҙар кәрәк тип иҫәпләй.