-7 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
24 Декабря 2019, 18:00

Камералар ҡуйылған урындар хаҡында иҫкәртәләр

Камераларҙы «кеҫә ҡалынайтыу» өсөн ҡуймайбыҙ

Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән видеокамералар ҡуйылған урындар хаҡында иҫкәртәләр. Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был водителдәргә штраф һалмау өсөн кәрәк.
«Был камераларҙы беҙ водителдәргә «һунар итеү» һәм «кеҫә ҡалынайтыу» өсөн ҡуймайбыҙ. Беҙ уларҙы ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ҡуябыҙ. Водителдәрҙе камералар урынлашҡан урындар тураһында даими иҫкәртеү мөһим», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында водителдәрҙе күҙәткән бөтә «оло ағайҙарҙың» адресы яҙылған, шулай уҡ күсмә камералар күрһәтелгән махсус карта төҙөгәндәр. Автоһәүҫкәрҙәргә картаны, айырыуса көн дә йөрөгән машрутты ҡарап сығырға кәңәш бирәләр.
Быйыл юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 2018 йыл менән сағыштырғанда 4,4% кәмегән (4024-тән 3852-гә тиклем), йәрәхәтләнеүселәр – 3,5% (5059-ҙан 4880 кешегә тиклем), ә һәләк булғандар 17,3% аҙайған (510-дан 422-гә ҡәҙәр).
Йыл аҙағынаса юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү системалары һанын 226-нан 540 берәмеккә тиклем арттырыу күҙаллана. 2020 йылдың 1 майына хәтлем уларҙың һаны 1000-гә етергә тейеш.
Бынан алда «Башинформ» Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың июнендә автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Дәүләт Советы ултырышында боҙоуҙарҙы теркәү камераларын ҡуйыуға ҙур иғтибар бүлеүе тураһында хәбәр иткәйне.
«Видеокамераларҙы махсус рәүештә йәшерергә кәрәкмәй. Водителдәрҙе тәртипкә өйрәтәһе урынға, һеҙ уларҙы штраф түләргә мәжбүр итәһегеҙ», — тине дәүләт башлығы.
Читайте нас в