-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
24 Декабря 2019, 19:35

"Права"ға имтихан тәртибе үҙгәрә

Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев водитель таныҡлығы алыу өсөн имтихан тәртибенә ҡағылышлы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был турала хәбәр РФ Хөкүмәте сайтына бөгөн ҡуйылды.Документта барыһы ла тәфсирләп яҙылған.Мәҫәлән, имтихандың практик өлөшө ярты сәғәт дауам итәсәк. Уға ябыҡ урында һәм ҡалала автомобиль йөрөтөү ҡушыла. Һынау тапшырыусы маршрутын алдан белмәйәсәк, сөнки урамдарҙың яҡынса исемлеге генә биреләсәк.Имтиханды ҡабаттан тапшырыу тәртибе лә үҙгәрә: әгәр ҙә өс тапҡыр бирә алмаһаң, бер ай үткәс кенә тапшырып ҡарарға мөмкин. Тик өс айҙан да һуң түгел.Кандидат имтихан баһаһы менән килешмәһә, һөҙөмтәләрҙе тағы тикшертә ала.Автомәктәптең лицензияһы булыу-булмауын белешегеҙ. Сөнки кәрәкле документтары булмаһа, ЮХХДИ имтиханға индермәйәсәк."Майҙансыҡ" ("площадка") тигән этапты бөтөрөргә ҡарар иткәндәр, буғай. Буласаҡ водитель ысын юлда, аныҡ шарттарҙа өйрәнһен, тиҙәрҙер. Алһыу Ишемғолова.

Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев водитель таныҡлығы алыу өсөн имтихан тәртибенә ҡағылышлы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был турала хәбәр РФ Хөкүмәте сайтына бөгөн ҡуйылды.
Документта барыһы ла тәфсирләп яҙылған.
Мәҫәлән, имтихандың практик өлөшө ярты сәғәт дауам итәсәк. Уға ябыҡ урында һәм ҡалала автомобиль йөрөтөү ҡушыла. Һынау тапшырыусы маршрутын алдан белмәйәсәк, сөнки урамдарҙың яҡынса исемлеге генә биреләсәк.
Имтиханды ҡабаттан тапшырыу тәртибе лә үҙгәрә: әгәр ҙә өс тапҡыр бирә алмаһаң, бер ай үткәс кенә тапшырып ҡарарға мөмкин. Тик өс айҙан да һуң түгел.
Кандидат имтихан баһаһы менән килешмәһә, һөҙөмтәләрҙе тағы тикшертә ала.
Автомәктәптең лицензияһы булыу-булмауын белешегеҙ. Сөнки кәрәкле документтары булмаһа, ЮХХДИ имтиханға индермәйәсәк.
"Майҙансыҡ" ("площадка") тигән этапты бөтөрөргә ҡарар иткәндәр, буғай. Буласаҡ водитель ысын юлда, аныҡ шарттарҙа өйрәнһен, тиҙәрҙер.
Алһыу Ишемғолова.
Читайте нас в