+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 12:15

Радий Хәбиров дәүләт хеҙмәткәрҙәренә корпоративтар уҙғарыуҙы тыйҙы

Башҡортостан тулыһынса Яңы йылды ҡаршыларға әҙер

Был турала Башҡортостан башлығы республикала хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе вазифа биләүселәргә әҙерәк булһа ла халыҡ менән аралашырға, төпкөл ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар тормошо менән яҡындан танышырға кәрәк, тигән кәңәш бирҙе.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Мин тыймайым, ләкин һәр ваҡыт урталыҡты һаҡларға кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, быға етди иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Башҡа саралар кәрәкмәй. Коллективты ҡотларға теләһәгеҙ – ҡотлағыҙ, бәлки, ашханала ултырып алырһығыҙ: бер бокал шампан шарабы, бер рюмка араҡы – былары мөмкин. Ләкин фейерверктар һәм башҡалар – кәрәкмәй. Ҡәтғи һорайым. Республикабыҙҙағы идара итеү, административ аппарат – бер ниндәй корпоративһыҙ. Ҡотлауға ҡаршы түгелмен. Аҙаҡтан барыһы ла билдәле булғас, бер кем дә төҫө ҡасып ултырмаһын. Миңә кемдең үҙен нисек тотоуы тураһында мәғлүмәт еткерһәләр, мин улар менән эшләрмен”.
Республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә билдәләнеүсенсә, Башҡортостан тулыһынса Яңы йылды ҡаршыларға әҙер. Республикала барлығы 800 боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре янында 100 яңы йыл майҙансыҡтары эшләй. Уларҙа 2 меңләгән шыршы һәм мең ярым самаһы арт-обьект урынлашҡан. Башҡортостандың дәүләт идаралығында һанлы үҫеш министрлығы биргән мәғлүмәт буйынса 47 муниципаль берәмектә төҙөлөшкә электрон рөхсәт биреү буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә ирешелгән, уларҙың күләме 55 процентҡа артҡан. 2021 йылда төҙөлөшкә электрон рөхсәт алыу өсөн мөрәжәғәттәр 70 процентҡа етер тип күҙаллана.
Читайте нас: