+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 13:00

Яңы йыл корпоративына нимә кейергә?

Ҡара күлдәк бер ҡасан да моданан сыҡмай

Йылдың төп байрамында, коллегалар алдында нисек иң матуры булып күренергә, тип баш ватҡан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
Стилистар кәңәш итеүенсә, ҡара күлдәк бер ҡасан да моданан сыҡмай. Бигерәк тә еңе йәки арҡа-яурынды гипюр ҡаплап торһа бөгөнгө модаға яуап бирә. Йәки А – силуэтлы күлдәкте һайлағыҙ, һис тә отолмаҫһығыҙ. Сөнки был фасон барыһына ла килешә.
Һыланып торған күлдәк кейеп, урынығыҙҙан ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, ни ашамай, ни эсмәй ултырырлыҡ булмаһын.
Арҡаһы йәки түше асыҡ күлдәктәр корпоративҡа бигүк бармай. Ни тиһәң дә коллегалар һәм эшлекле мөнәсәбәттәр тураһында оноторға ярамай. Асыҡ күлдәктән башҡаһы булмаһа, яурынға болеро йәки горжетка ташлағыҙ.
Фигурағыҙ бик матур булһа ла, ҡыҫҡа итәк, үтә күренмәле топ кәңәш ителмәй. Уның урынына атлас йәки гипюр топ менән киң итәк, ебәк блузка һәм “ҡәләм”- юбка һайлағыҙ. Өҫтөнә киң, ялтыр, ҡупшы ҡайыш та тағып ебәрһәгеҙ, бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ.
Корпоративта тыйнаҡлылыҡ күрһәтеү мөһим, шуға күрә күлдәктең иң ҡыҫҡаһы теҙҙән саҡ ҡына юғары булырға тейеш. Бейек үксәле туфлиға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Лилиә Хәлитова
Читайте нас: