+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 00:50

Янғындан ирҙе ҡотҡаралар

Ут тоҡанған фатирҙан ирҙе ҡотҡара

Был хәл Дәүләкән ҡалаһында була. Бер нисә хеҙмәткәр янғын ялмаған йорттан кешеләрҙе алып сыға, ә ут тоҡанған фатирҙан ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған ирҙе ҡотҡара. Был хәл хаҡында Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итте.
Тимер юл урамындағы фатирҙан сыҡҡан төтөндө полицияның кесе лейтенанты Константин Гурин, патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәре полиция сержанты Станислав Овсянников һәм стажер Вадим Рассказов күреп ҡала. Егеттәр шунда уҡ янғын тураһында авария хеҙмәтенең дежур бүлегенә хәбәр итә, үҙҙәре халыҡты ҡотҡарыуға ташлана. Ярҙамға коллегалары полиция лейтенанты Александр Феднов менән полицияның кесе лейтенанты Владислав Минәхмәтов килеп етә.
Янғын дөрләгән фатирҙың ишеге эстән ябыҡ булғас, Феднов уны ватып емерә һәм ут эсенә ташлана. Иҙәндә хәлһеҙ ятҡан ирҙе күтәреп урамға алып сыға. Коллегалары бәләгә тарыған иргә тәүге ярҙамды күрһәтә.
Дина Арсланова
Читайте нас: