+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 12:25

"Бөгөн атай-әсәйемдең өйләнешеүенә 25 йыл булыр ине..."

Йөрәктәрҙә мәңгелек моң ҡалдырып киткән Хәниә Фәрхиҙең ҡыҙы Алһыу Инстаграм сәхифәһендә тыуған көнө һәм шул уҡ ваҡытта ата-әсәһенең өйләнешеүенә 25 йыл булыуын белдергән.Күҙ йәштәремде тыя алмайым, тип яҙған ул видео аҫтында.«Мин бик сентименталь кеше. Иртәнге дүрттә Раинаны ашатырға уянғас, Әлиәнән килгән ҡотлау видеоһын күрҙем һәм күҙ йәштәремде тыя алманым. Кисәнән үк илағым килә.Бәхеттән дә, шул уҡ ваҡытта моңһоулыҡтан да күҙ йәштәрем тама. Яҡындарым йәнәшәлә булыуы — бәхет! Ирем, ҡыҙым бар. Һағышҡа килгәндә… Өс йыл рәттән тыуған көн менән ҡотлау һүҙҙәрен әсәйемдән ишетмәйәсәкмен. Был бит минең тыуған көнөм генә түгел, атай менән әсәйҙеке лә ине. Бөгөн уларҙың рәсми рәүештә өйләнешеүенә 25 йыл булыр ине...» — тип яҙған Алһыу Валик.Фото: Инстаграм.Автор: Самат Ғәлин

Йөрәктәрҙә мәңгелек моң ҡалдырып киткән Хәниә Фәрхиҙең ҡыҙы Алһыу Инстаграм сәхифәһендә тыуған көнө һәм шул уҡ ваҡытта ата-әсәһенең өйләнешеүенә 25 йыл булыуын белдергән.
Күҙ йәштәремде тыя алмайым, тип яҙған ул видео аҫтында.
«Мин бик сентименталь кеше. Иртәнге дүрттә Раинаны ашатырға уянғас, Әлиәнән килгән ҡотлау видеоһын күрҙем һәм күҙ йәштәремде тыя алманым. Кисәнән үк илағым килә.
Бәхеттән дә, шул уҡ ваҡытта моңһоулыҡтан да күҙ йәштәрем тама. Яҡындарым йәнәшәлә булыуы — бәхет! Ирем, ҡыҙым бар. Һағышҡа килгәндә… Өс йыл рәттән тыуған көн менән ҡотлау һүҙҙәрен әсәйемдән ишетмәйәсәкмен. Был бит минең тыуған көнөм генә түгел, атай менән әсәйҙеке лә ине. Бөгөн уларҙың рәсми рәүештә өйләнешеүенә 25 йыл булыр ине...» — тип яҙған Алһыу Валик.
Фото: Инстаграм.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: