+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 11:30

Быйыл республикала 8 меңгә яҡын уҡыусыға иҫәпләнгән 21 мәктәп файҙаланыуға тапшырылған

Мәғариф учреждениеларын ремонтлауға комплекслы ҡараш талап ителә

Мәктәптәр һәм белем усаҡтарын төҙөү, ремонтлау мәсьәләһе буйынса мәғариф сәғәтендә тикшерелде. Кәңәшмә Республика башлығы рәйеслегендә үтте.
Унда билдәләнеүенсә, мәғариф учреждениеларын ремонтлауға комплекслы ҡараш талап ителә. Йәғни, бина менән бергә ихата ла төҙөкләндерелергә тейеш, шулай уҡ йыһазландырыу ҙа күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, белем усаҡтарына капиталь ремонт яһағанда туҡланыу блогын тәртипкә килтереү, ашхана өсөн заманса ҡоролмалар алыу ҙа шарт. Балалар баҡсаһы хаҡында һүҙ барғанда, тышта кескәйҙәр уйнаған майҙансыҡты ла төҙөкләндереү мотлаҡ.
Яңы объекттар төҙөүгә килгәндә, быйыл республикала 8 меңгә яҡын уҡыусыға иҫәпләнгән 21 мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Радий Хәбиров киләһе йылда ла темпты кәметмәү бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ полилингваль белем биреү йүнәлешен дә иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты. Төбәктәрҙә ошондай белем усаҡтарына ихтыяж бар икән, тәҡдимдәр менән сығыу кәрәк, тине Радий Хәбиров. Баш ҡалала быйыл ике полилингваль мәктәп эшләй башланы, хәҙер төбәктәрҙә эш бара.
Читайте нас: