31 декабрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан.
«2020 йылдың 1,2 һәм 7 ғинуары республиканың почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял булып тора. Был көндәрҙә гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай, — тип белдерҙе Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй».
Шул уҡ ваҡытта пенсияларҙы һәм пособиеларҙы, почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙе, гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратыу өсөн ауылда ҡайһы бер почта бүлексәләренә икенсе эш режимы булдырылыуы мөмкин.
Байрам көндәрендә пенсиялар һәм пособиелар Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеүенә ярашлы таратыла.