+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 12:20

Мәктәптә бола ҡупҡан

Эҙәрләү, туҡмау күренеше башҡа һыйырлыҡмы ни?

Нефтекама ҡалаһындағы мәктәптә ысын мәғәнәһендә бола сыҡҡан. Ышанырлыҡ та түгел, һигеҙ йәшлектәр араһында ыҙғыш, эҙәрләү, туҡмау күренеше башҡа һыйырлыҡмы ни?
Икенсе класта уҡыусы балаларҙың ата-әсәһе ғәйепте быйыл уҡырға килгән малайҙың тәртибендә күрә. Уларҙың әйтеүенсә, “яңы” уҡыусы башҡаларға тынғы бирмәй, ҡурҡыта, һуғыша, этә-төртә... Баланың әсәһе был нахаҡ һүҙҙәр менән риза булмауын белдерә, киреһенсә, бөтә бәләлә башҡаларҙы ғәйепләй. Улына ҡарата тәүге көндән эҙәрләү, кәмһетеү , рәнйетеү ойошторолоуын билдәләй.Был хаҡта ул дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына һөйләгән.
”Бер нисә тапҡыр өйгә тиклем эҙәрләп килделәр, таяҡ менән туҡмағандар, мораль баҫым яһағандар...”- тип һөйләй әсә, улы өсөн борсолоп. Әммә ҡаршы төшөүселәр - тотош класс. ”Ул беребеҙгә лә тынғы бирмәй”,-тип зарлана бола күтәреүселәр. Әллә “барыһы ла провокация, ҡотҡо, улымды юрый сығырҙан – сығарырға тырышалар” тип раҫлаған әсә хаҡлымы?
Һуңғы һүҙҙе мәктәп етәкселеге әйтергә, етди мәсьәләне уйлап хәл итергә тейеш.
Фото: Дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы
Дина Арсланова
Читайте нас: