+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 18:30

«Тыуған ауылым – алтын бишек»

Ауылдаштар рәхмәт белдерҙе

Декабрь айының тәүге көндәрендә Бик-Ҡарамалы ауылы китапханаһында «Тыуған ауылым – алтын бишек» тигән темаға әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Унда тыуған ауылдарына йыр-шиғырҙар бағышлап, уны һағынып ҡайтҡан, ҡасандыр ауылыбыҙ мәктәбендә уҡыусылар, хәҙер инде оло тәжрибә туплаған ауылдаштарыбыҙ: Земфира Хәмит ҡыҙы Атанғолова, Нәжиә Фәрит ҡыҙы Мәғәсүмова йыйылыусыларҙы үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, йырҙар йырланы, шиғырҙарын уҡыны, иҫтәлектәре менән бүлеште. Улар ауыл китапханаһына «Дим» әҙәби түңәрәге ағзалары ижад иткән әҫәрҙәрҙән төҙөлгән «Күңелем моңдары» тигән йыйынтыҡты бүләк итте. Ауылдаштары ҡунаҡтарға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Һуңынан Земфира Атанғолова, Нәжиә Мәғәсүмова ауыл мәсетенә инеп, ата-әсәләре, туғандары һәм ауылдаштары хөрмәтенә ҡөръән сүрәләре уҡытты һәм шиғыр китаптарын ҡалдырҙы.
Бик-Ҡарамалы ауылы халҡы исеменән Земфира Хәмит ҡыҙын һәм Нәжиә Фәрит ҡыҙын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотлап, уларға ижади уңыштар, ғаилә бәхете, күңел моңдарының һайыҡмауын теләп ҡалабыҙ!
Китапхана мөдире Гөлшат Хәлил ҡыҙы Мәғәсүмова әҙәби кисәләрҙе йыш ойоштороп тора. Уға ла эшендә уңыштар, иҫәнлек теләйбеҙ!
Мөнирә Рәхимова, Бик-Ҡарамалы ауылы.
Читайте нас: