0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 18:55

Өфөлә яңы фото- һәм видеокамералар ҡуйылды.

Һәр көн дүрт меңгә яҡын водителгә «бәхет хаттары» килә

Хөрмәтле коллегалар, Өфөлә яңы фото- һәм видеокамералар ҡуйылды. Улар 27 декабрҙән эшләй башлаясаҡ. Республика Башлығы юлдарҙа яңы фото- һәм видеокамералар штрафтар йыйыу өсөн түгел, ә йөрөтөүҙең яңы культураһын формалаштырыу маҡсатында ҡуйыла, тип билдәләй. Интерактив картала улар тураһында мәғлүмәт һуңыраҡ барлыҡҡа киләсәк.
Өфөлә 19 көйләнмәгән йәйәүлеләргә юл аша сығыу урындарында «Скат»тар барлыҡҡа килде. Бында камералар йәйәүлеләрҙе үткәрергә онотҡан водителдәрҙе төшөрә.
Һәр көн дүрт меңгә яҡын водителгә «бәхет хаттары» килә. Стоп-кадрҙар республиканың төрлө мөйөшөнән алына. Йыл аҙағына Башҡортостанда бөтәһе 540 камера эшләйәсәк. Электрон инспекторҙарҙың эш һөҙөмтәһе яҡшы билдәле: юл фажиғәләрендә үлем осраҡтары уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 34 процентҡа кәмегән. Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге билдәләүенсә, «Скат»тар менән эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға тура килер, моғайын.
Азамат Туҡаев, юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе: «Эш шунда, дөрөҫ ҡарар сығарыу өсөн видеоны ҡарарға тура килә. Тимәк, уларҙы эшкәртеү өсөн өҫтәмә ваҡыт талап ителәсәк. Тиҙлек арттырырға яратыусылар һәм юл бирмәүселәрҙән тыш «Скат»тар юл ситенә һәм ҡаршы юл һыҙатына сығыусыларҙы ла төшөрәсәк. Комплекстарҙы махсус стойкаларға ҡуйырға һәм алырға мөмкин. Белгестәр киләһе йылда юлдарҙағы камераларҙың һаны меңдән артасағын вәғәҙәләй. Уларҙың ҡайҙа ҡуйылыуын Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең йәки гостранстың сайтында күрергә була, сөнки республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, камералар водителдәргә һунар итеү өсөн түгел, ә кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡуйыла».
Читайте нас: