+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 15:30

Халыҡ иҫәбен алыу

2020 йылдың 1 октябренән 31 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк

2020 йылдың 1 октябренән 31 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Иҫәп алыусылар – 18 йәштән дә йәш булмаған, уҡыған, халыҡ менән аралаша белгән, планшетлы компьютерҙар менән эш итеү тәжрибәһе булған кешеләр. Уларҙы Росстаттың зәңгәр төҫтәге портфеле, шул уҡ төҫтәге шарф һәм жилет, таныҡлыҡтарынан танып була. Бында документтар күрһәтеү кәрәкмәй, иҫәп алыу ҡағыҙҙары һәр кешенең биргән мәғлүмәттәре буйынса тултырыла. Иҫәп алыу респондентҡа тулыһынса ышаныуға ҡоролған, дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биреү статистиканы боҙасаҡ. Иҫәп алыусы һорауҙарына 14 йәштән үҙ аллы яуап бирергә була.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2019 йылдың 8 ноябренән 2020 йылға Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу өсөн иҫәп алыу бланкылары формаһы раҫланды. Улар һәр кешенең социаль-демографик ҡылыҡһырламаһы, шөғөлө, белеме, милләте, йәшәү сығанаҡтары, ниндәй телдәр белеүе һәм хеҙмәт миграцияһы тураһында һорауҙарҙан тора.
Иҫәп алыу һәр халыҡ йәшәгән пункттың йәш структураһын белергә мөмкинлек бирә – был социаль программаларҙа өҫтөнлөктө дөрөҫ бүлергә ярҙам итә.
Иҫәп алыусы булып эшләргә теләүселәр Дәүләкән ҡалаһының Башҡортостанстат подразделениеһына мөрәжәғәт итә һәм Дәүләкән ҡалаһы, Коммунистик урамы, 28, 1-се ҡат адресы буйынса заявка бирә ала.
Зөлфиә Кәримова, Дәүләкән районының халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченныйы.
Читайте нас: