+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 11:30

Мәғариф автопаркы 37 яңы автобус менән тулыланды

Асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булып үтте

Өфөлә 21 муниципалитетҡа уларҙың асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Балаҡатай, Бөрйән, Ҡыйғы, Тәтешле һәм башҡа төбәктәрҙең мәктәптәренә бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән автобустар юлланды. Улар ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған, тахографтары бар.
Водитель Илһам Муллағоловҡа көнөнә йөҙҙән ашыу саҡрым үтергә тура килә. Бөрйән районында ауылдар бер-береһенә алыҫ. Мәктәпкә уҡыусыларҙы ун биш йыл буйы ташыусы водителгә яңы автобустың тәү сиратта хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе оҡшаған.
Бөрйән районында быйыл мәктәп автобустары паркы яртылаш тиерлек яңырған тип әйтергә мөмкин. Урындарҙа транспортты һаҡлау өсөн йылы гараждар мәсьәләһен дә хәл итәһе бар, тип билдәләй был хеҙмәт өсөн яуаплылар.
Ә был автобустың уңайлы баҫҡысынан Нефтекама балалары күтәреләсәк. Ҡала буйлап уҡыусыларҙы мәктәпкә илтеүсе автобус ҡалғандары араһында иң ҙуры. Бер КАВЗ, 28 ПАЗ, ике – вездеход һәм алты ГАЗ Next маркалы автобустар 21 муниципалитетҡа тәғәйенләнгән. Улар ҡала һәм райондарҙа мәктәп автобустарҙың ни тиклем иҫкергән булыуын иҫәпкә алып бүленгән.
Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры: “Киләһе йыл мәктәп автобустары алыу өсөн республика ҡаҙнаһында 115 миллион һум аҡса ҡаралған. Был 55 автобус өсөн етәсәк. Шулай уҡ беҙ федераль сығымдарҙы ла йәлеп итәбеҙ”.
Һуңғы өс йылда мәктәптәрҙең автобус паркы федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән сығым иҫәбенә яңыртыла. Был эшлектән сыҡҡандарын рейстан алыуға, яңы маршруттар асыуға булышлыҡ итә, сөнки балаларҙы ун йылдан ашыу файҙаланылған автобуста йөрөтөү тыйыла.
Читайте нас: