-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 11:40

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүсе әсәләр һаны арта

Ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә.

Юғары дәүләт наградаһы бөгөн биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән биш тиҫтәгә яҡын гүзәл затҡа тапшырылды.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта 50 мең самаһы күп балалы әсә иҫәпләнә. Улар 160 меңдән ашыу сабыйға ғүмер бүләк иткән. 1998 йылдан республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Ошо йылдар эсендә юғары дәүләт наградаһына 7 мең 967 гүзәл зат лайыҡ булған.
Бөгөн бүләкләнеүселәр һаны тағы ла 49 әсәгә артты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова гүзәл заттарҙы тәбрикләп, уларға рәхмәт белдерҙе һәм ишле бала табыуҙан ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы. Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, социаль сәйәсәт һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ, тине ул.
Бүләкләнеүселәр төрлө райондарҙан килгән, улар араһында төрлө быуын, милләт вәкилдәре бар. Гүзәл заттарҙың күбеһе ишле бала тәрбиәләргә лә, эшләп йөрөргә лә өлгөрә. Улар әйтеүенсә, награданың яңы йыл алдынан, йылдар алышынған тарихи мәлдә тапшырылыуы айырыуса иҫтәлекле.
Үҙҙәренең ғаилә байрамдарын билдәләүселәр ҙә бар, Әбйәлилдән Мәғәфүровтарҙың бөгөн туй көнө, ә Баймаҡтан Килмөхәмәтовтар иртәгә улдарын өйләндерергә йыйына, бәхетле кешенең ҡыуаныслы мәлдәре лә бергә, ти улар. Әсәләр ишле бала тәрбиәләүҙең дә ауырлығын күрмәй. Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә.
Читайте нас: