+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 11:35

Йыл башынан ике меңдән ашыу эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы ойошторолған

Кәрәк икән, утҡа ла инәләр, һыуға ла төшәләр

Кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренең индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Водолаздар ҡышҡыһын да һыу аҫтына төшөп, хеҙмәт бурысын үтәй.
Квадрат формаһындағы мәкеләр уйып, водолаздар һыуға төшөргә әҙерләнә. Декабрь башынан алып улар Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йылғаға батҡан балыҡсының кәүҙәһен эҙләй.
Эш ҡатмарлы шарттарҙа бара.
Артур Карамов, Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре: “Ағым көслө, ул батҡандан һуң боҙ ҙа китте. Дүрт йөҙ метр аҫҡараҡ төштөк. Ҡыш көнө булһа ла, һыу аҫтында күреүе насарыраҡ, боҙ өҫтөндә ҡар ята, яҡтылыҡ юҡ”.
Һыу аҫтында водолаз өс метр алыҫлыҡҡа тиклем булған киңлекте генә күрә. Бер мәкенән икенсеһенә тиклем 25 метрлыҡ арауыҡ. Ошо участканы ентекле тикшереүгә генә ҡырҡ минуттай ваҡыт талап ителә.
Артур Карамов, Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре: “Ике метр бирәбеҙ ҙә, ул тикшерә билдәләнгән участканы. Мин бынан сигнал бирәм һауаны тикшерергә күпме баҫым ҡалғанын. Кешене тапһа, сығыуға сигнал бирә”.
Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре эштә һыу аҫты видеокомплексын да ҡуллана. Был ҡоролманың мөмкинлектәре юғары, ҡотҡарыусыларҙың эшен күпкә еңеләйтә.
Олег Погодин, Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре: “Камера водолазға ҡарағанда, ике-өс тапҡырға алыҫыраҡ күрә. Беҙ уны ағым көслө булған хәүефле урындарҙа ҡулланабыҙ”.
27 декабрь Рәсәйҙә ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Изге һөнәр эйәләре байрамды эштә ҡаршылай. Иңдәрендә яуаплы бурыс – хәүефһеҙлек тәьминәте.
Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере һағында. Кәрәк икән, утҡа ла инәләр, һыуға ла төшәләр. Йыл башынан ғына Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы тарафынан дүрт йөҙгә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Читайте нас: