+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2019, 11:00

Бөтәһенә бергә – егерме йыл төрмә

Өс полиция хеҙмәткәренә хөкөм ҡарары сығарылды

Бөгөн баш ҡаланың Киров районы судында тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән өс полиция хеҙмәткәренә хөкөм ҡарары сығарылды.
Бөтә илде шаулатҡан енәйәттә ғәйепләнеүсе өс элекке полиция хеҙмәткәренең барыһы ла суд залына килтерелгән. Шулай итеп, элек юғары вазифа биләгән Павел Яромчук – алты, Салауат Ғәлиев – ете, Эдуард Матвеев шулай уҡ ете йылға тимер рәшәткә артына оҙатыласаҡ. Улар яза ваҡытын дөйөм режимлы колонияла үткәрәсәк. Әйткәндәй, элекке полицейскийҙарға зыян күреүсе ҡыҙ файҙаһына әхлаҡи зыянды ла ҡапларға тура киләсәк. Суд ҡарары буйынса был сумма өс миллион һумға тиң.
Ғәйепләнеүселәр суд ҡарары менән риза түгел, улар уны киренән ҡарау өсөн ғариза бирергә йыйына. Элекке полицейскийҙарҙың яҡындары ла уларҙы ғәйепһеҙ тип иҫәпләй.
Суд залында булған ҡайһы бер матбуғат саралары вәкилдәре билдәләүенсә, быға тиклем зыян күреүсе 24 йәшлек Г. Фәтхлисламова судҡа килгәндә йөҙөн йәшерергә тырышһа һәм күҙгә салынмаҫлыҡ кейемдәр кейһә, бөгөн ул сағыу ҡифәттә килгән, үҙенә шунда уҡ иғтибар йәлеп иткән.
Читайте нас: