+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 11:20

«Артыҡ бала булмай» телепроекты

Һәр ғаилә-үҙе бер дәүләт, үҙе бер донъя.

Күп балалы ғаиләләр тураһындағы проект Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң коммунациялар агентлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Яңы ғына эфирға сыға башлаған проекттың тәүге уңыштары ла бар. Мәскәүҙә үткәрелгән «Федерация» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында еңеү яулаған. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Артыҡ бала булмай» проектының исем туйы үтте.
Йәмғиәттә күп балалы ғаиләләләргә төрлөсә ҡараш йәшәй. Кемдер уларҙы тәнҡитләй, ә икенселәр күп балалы ғаиләләрҙән өлгө ала. «Тамыр» телеканалы тап ошо һуңғыһын, үрнәк булырҙай ишле ғаиләләрҙе йәмғиәткә танытыуҙы, абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде.
Ҙур, татыу ғаиләлә йәшәү «Тамыр» телеканалы йондоҙсоғо Рөстәм Төхбәтовтың күптәнге хыялы. Проект барышында ул бер түгел, 10 ғаилә менән туғанлаша.
Йәш алып барыусы ғаилә менән аралашҡан мәлдә, фоторәссам Рөстәм Мөғәлимов ғаилә альбомы өсөн сағыу фотолар төшөргән. Уның фотолары тотош бер күргәҙмә ойошторорлоҡ. Ҙур, татыу ғаиләнең бәхетле мәлдәрен, йылы кисерештәрен оҫта тотоп алған ижадсы.
Һәр ғаилә-үҙе бер дәүләт, үҙе бер донъя. Уларҙы бер сифат берләштерә - барыһы ла күп бала тәрбиәләй, тырышып донъя көтә. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килгән 10 ғаилә менән осрашырға тип мәктәп уҡыусылары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, министрлыҡ вәкилдәре килгәйне. Аралашыу, фекер алышыу күп балалы ғаиләләрҙең иңдәренә ҡанат ҡуйҙы, кунелдәрендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы .
Читайте нас: