+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 16:55

Яңы йыл төнөндә ҡар яуыуы көтөлә

Көндөҙ айырым райондарҙа буран

Башҡортостанда яңы йыл төнөндә ҡар яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итте.
Башҡортостанда 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә урыны менән ҡар, көндөҙ айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10,-15, аяҙытҡанда -22-гә тиклем, көндөҙ -6,-11 градус.
1 ғинуарҙа төндә ҡар, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7,-12, көндөҙ -4,-9 градус була.
Читайте нас: