0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2020, 16:00

Биш баланы етем ҡалдырып...

Ҡот осҡос авария

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәре шатлыҡ менән бергә күтәреп булмаҫлыҡ ҡайғылар ҙа килтерҙе. Был тәү сиратта юл-транспорт фажиғәләренә бәйле.
Яңы йыл төнөндә Дүртөйлө районында булған ҡот осҡос аварияла һәләк булған ике ҡатындың кемлеге асыҡланды. Уларҙың биш балаһы етем ҡалған... Балаларҙың өсөһө шулай уҡ машинала булған, әле улар ауыл хәлдә район дауаханаһында.
“Римманың өс балаһы етем ҡалды. Гөлнараның – икәү. Авария ваҡытында машинала булған улы әле реанимацияла, комала. Ҡалған ике бала шулай уҡ дауаханала”, – ти ҡатындарҙың таныштары.
"Юлдың ул урыны бик хәүефле. Ҡарап тороуға асфальт тигеҙ һәм тиҙлекте арттырырға мөмкин кеүек. Тик ошо юлдан йыш йөрөгәндәр бының алдаҡ икәнен белә. Унда бер нисә урында ҡаршы килгән машиналар бөтөнләй күренмәй һәм йыш ҡына авариялар булып тора", – ти урындағылар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был авария 31 декабрҙә М7 трассаһында булғайны. Унда “ВАЗ-2113”, “Шевроле Лачетти”, “КамАЗ” һәм “Киа Рио” автомобилдәре бәрелешкәйне.
Альфия Мингалиева
Читайте нас: