2020 йыл үҙе менән көнүҙәк үҙгәрештәр алып килә. Шуларҙың аҡсаға ҡағылғанын барлайыҡ.
1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле кеүек мөһим күрһәткесте ҡарап үтәйек. Башҡортостанда ул 13 950 һумға етәсәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был дәүмәл ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.
Ғинуарҙа ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы 6,6 процентҡа индексацияланғандан һуң 16 400 һум тәшкил итәсәк. Үҙегеҙҙең пенсияға күпме өҫтәмә аласағығыҙҙы белгегеҙ килһә, хәҙерге пенсия күләмен (төрлө социаль түләүҙәрҙе һәм өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алмайынса) 1,066-ҡа ҡабатлағыҙ.
2020 йылда ир-ат өсөн пенсияға сығыу йәше - 61 , ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 56 йәш. Пенсияға 1959 йылғы ир-егеттәр һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар сығыу хоҡуғына эйә.