Өфө районының Михайловка ҡасабаһындағы йорттарҙың береһендә янғын иртәнге сәғәттәрҙә сыға. Утты һүндереүгә 4 берәмек техника һәм 16 ҡотҡарыусы йәлеп ителә. Фажиғә урынында 78 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла.
Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, ут ҡазаһына күп осраҡта йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе була. Ошоға бәйле, байрам көндәрендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре рейдтар ойоштора.
Өфө районының Аҡ-Иҙел һәм Ағиҙел баҡсасылар ширҡәтендә ҡышҡыһын 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Бындағы күпселек өйҙәр мейес менән йылытыла. Ағас йорттар иң хәүефле урындарҙың береһе, ти инспекторҙар. Өҫтәүенә, улар бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Рейд барышында ишек асмаусылар ҙа осрай, әммә аңлы кешеләрҙең күп булыуы ҡыуандыра.
Инспекторҙар рейд барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртмәләр ҙә тарата. Каникул аҙағына тиклем инспекторҙар ҡала ситендәге шәхси секторҙа йәшәүселәргә лә барып етәсәк.
Яңы йыл каникулы осоронда республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты юғары әҙерлек режимында эшләй. Инспекторҙар халыҡты хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә, мейес һәм электр йылытыу ҡорамалдары менән һаҡ булырға кәңәш итә.