+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2020, 13:45

Яңы йыл байрамдарында йәрәхәтләнеүселәр һаны артҡан

Табиптар ял итмәй

Табиптар өсөн Яңы йыл байрамдары, ғәҙәттәгесә, эш урынында үтә. Күп осраҡта баш ҡала дауаханаларына йәрәхәтләнеүселәр мөрәжәғәт итә. Өфөнөң Цурюпа урамындағы травматология бүлегенә беренсе ғинуарҙа ғына 100-гә яҡын пациент килә. Зыян күреүселәр башлыса тау шыуып йәки юлдарҙағы боҙҙа тайып йығылып йәрәхәтләнә. Табиптар пациенттарға рентген үткәреп, медицина ярҙамын күрһәтә. Тикшереү һәҙәмтәләре буйынса һәр кешегә дауалау процедуралары яҙыла.
Белгестәр әйтеүенсә, йәрәхәтләнеү осраҡтары байрам кәйефе менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүгә бәйле. Күңел асыу, спорт уйындарында ҡатнашыу, юлдарҙа иғтибарһыҙ булыу ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә.
Табиптар фекеренсә, байрамдар мәлендә йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтарын иҫкәртеү мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырыуға ҡарамаҫтан, күптәр ял сәғәттәрендә уяулығын юғалтыусан.
Читайте нас: