Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы эске эштәр бүлегенә Сосновка участка урмансылығы хеҙмәткәре рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осрағын асыҡлауы хаҡында мөрәжәғәт итә.
Ул, урман биләмәһен ҡарағанда, ағас ҡырҡҡан кешеләрҙең эҙҙәренә юлыҡҡан. Ваҡиға урынына тикшереү-оператив төркөм сыға.
Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондың Боғанаҡ ауылынан өс кеше ағас урлап аҡса эшләмәксе булған. Улар ун төп самаһы ҡарағай ағасын йыҡҡан һәм, был "табышты" һатып, аҡсаһына спиртлы эсемлектәр алырға ниәтләнгән.
Тик "сауҙагәрҙәрҙең" яуыз ниәте бойомға ашмай ҡала. Әшнәләрҙең береһе полиция хеҙмәткәрҙәренән тракторҙа ҡасып ҡотолмаҡсы була, әммә бөтә ғәйепләнеүселәр ҙә ҡулға алына.
Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары шулай уҡ республиканың Бөрө һәм Стәрлетамаҡ райондарында ла асыҡланған. Был юлы уғрылар ҡайын, саған, имән ағастарын ҡырҡҡан, йәғни 31 һәм 36 йәшлек ауыл кешеләре мунсаға утын әҙерләгән.
Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары буйынса РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы нигеҙендә енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң беленә, тиһәләр ҙә, хәҙер ағас урлаусыларҙың эҙенә тиҙ төшәләр.
Был йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырылған "Экология" милли проекты ла ярҙам итә. Мәғлүм булыуынса, быйылдан урмансыларға рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарын йыһан киңлегенән күҙәтеп асыҡлау эше яйға һалынған.
Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, тәртип боҙоуҙар тураһында космостан килгән мәғлүмәттәрҙең 100 проценты раҫланған, һөҙөмтәлә ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары - 26 процентҡа, ағас әҙерләүҙә тәртип боҙоуҙар алты процентҡа кәмегән.