Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу буйынса закон көсәйтелеүгә ҡарамаҫтан, уны һанға һуҡмаусылар табылып тора. Байрамда еңел генә аҡса эшләргә теләүселәр күп шул. Бөгөн дә Туймазы районында үткән рейдта полиция хеҙмәткәрҙәре бер "эшҡыуар" ханымды эләктергән. Ул үҙ өйөндә суррогат араҡы һатыуҙы яйға һалған булған. 60 литр эсемлек конфискацияланған.